Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 8:4 - Изге Яҙма

4 түбәндәге бойороҡ менән алға ебәрҙе: – Ҡаланан алыҫ түгел, уның арт яғында боҫҡон ҡороғоҙ ҙа бөтәгеҙ ҙә әҙер тороғоҙ.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 8:4
14 Referencias Cruzadas  

Исраил ғәскәре Гивға тирәләй боҫҡон ҡорҙо.


Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Паулусты үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр.


Шул саҡ мин әйттем: аҡыл көстән яҡшыраҡ, ләкин фәҡир кешенең аҡылын һис кем ҡәҙерләмәй, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай.


Аҡыл кешене ҡалалағы ун хөкөмдарҙан көслөрәк итә.


Шаул, ғәмәлектәр ҡалаһы янына барып, ҡороған йылға үҙәнендә туҡтаны.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә: «Исраилдар Мысырҙан сығып килгәндә, уларҙың юлына арҡыры төшкәндәре өсөн ғәмәлектәрҙе язалайым.


Бинйәминдәр үҙҙәренең еңелгәнен аңланы. Был хәл шулай була: Гивға янында боҫҡонда ятҡан һуғышсыларға ышанған исраилдар Бинйәмин ғәскәре алдында сигенә бирә.


Исраилдарҙың төп көсө Бәғел-Тамарға күсте, Гивғаның көнбайышында боҫҡонда ятҡан яугирҙәр йәшеренгән урынынан Гивғаға ынтылды.


Шәхәм кешеләре, Авимәләхте дошман күргәнлектән, тау баштарында боҫҡондар ҡора торған булды. Улар юлдан үтеп барған һәр кемде таланы. Был хаҡта Авимәләхкә хәбәр иттеләр.


Ғайҙа йәшәүселәрҙең бөтәһен исраилдар артынан баҫтырырға саҡырҙылар һәм улар, Йушағты эҙәрләй барып, ҡаланан бик ныҡ алыҫлаштылар.


Йушағ бөтә ғәскәре менән Ғай ҡалаһына ҡаршы яуға сыҡты. Иң яҡшы утыҙ мең яугирен һайлап алып, уларҙы төндә


Төн ине әле. Батша тороп ярандарына: – Арамиҙарҙың ниәтен беләм мин, – тине. – Уларға беҙҙең аслыҡтан интеккәнебеҙ билдәле. Шуға күрә тупламдарын ташлап ҡырҙа йәшенгәндәр ҙә беҙҙең ҡаланан сыҡҡанды көтәләрҙер. Сығыуыбыҙ булыр, беҙҙе тереләй тотоп алырҙар, ҡаланы ҡулға төшөрөрҙәр.


Шул арала Яровғам уларҙың артынан йәшерен рәүештә бер төркөм һуғышсыларын ебәрә, үҙе йәһүҙиҙәрҙең ҡаршыһында тора, ә боҫҡон уларҙың артынан төшә.


– Төндә кил дә үҙеңдең кешеләрең менән ҡырҙа боҫҡон ҡор.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios