10 Ә икенсе көндө иртә таңдан, бөтә ғәскәрҙе йыйып, Исраил аҡһаҡалдары менән ғәскәр башында Ғай ҡалаһына табан китте.
Иртәгәһенә иртүк Йушағ исраилдарға ырыу артынан ырыу булып янына килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуына күрһәтелде.
Ете ҡаһин һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп Раббы һандығы алдынан барҙы һәм бер туҡтауһыҙ ҡысҡыртты. Улар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Раббы һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар.
Иртә таңдан Йушағ менән барлыҡ исраилдар Шиттимдән сығып Иордан буйына еттеләр. Бында улар, йылға аша сыҡмайынса, ҡуна ҡалды.
Иртәгәһен Ибраһим иртә менән тороп ишәген эйәрләне, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырырға утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты – Алла күрһәткән урынға йүнәлде.
Йушағ уларға ҡуҙғалырға ҡушты: улар барып Бейт-Ил менән Ғай араһында, Ғайҙан көнбайышҡараҡ боҫҡон ҡорҙо. Йушағ төндө ҡалған ғәскәр янында үткәрҙе.
Йушағ етәкселегендәге яугирҙәр ҡалаға яҡынлашты ла унан төньяҡтараҡ туҡтаны. Уларҙы ҡаланан бер үҙән генә айырып тора ине.