18 Уның ғаиләһенән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуынан булған Зерах улы Завдиҙан тыуған Карми улы Ғаханға күрһәтелде.
Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.
Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай, Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары, Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр.
Гонаһлыны – бәлә-ҡаза, тәҡүәне яҡшылыҡ оҙата йөрөй.
– Инде улым Йонаҫан менән минең арала йәрәбә һалығыҙ, – тине Шаул. Йәрәбә Йонаҫанға төштө.
Ул Йәһүҙә нәҫелдәренә яҡын килергә ҡушты – Зерах нәҫеленә күрһәтелде. Зерах нәҫеленән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Завди ғаиләһенә күрһәтелде.