Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 7:12 - Изге Яҙма

12 Бына шуға күрә лә Исраил халҡына Раббы ҡарғышы төштө һәм улар дошмандарға ҡаршы тора алманы – уларҙан ҡасырға мәжбүр булды. Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәрҙең барыһын да юҡ итмәй тороп, Мин һеҙҙең менән булмаясаҡмын.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 7:12
21 Referencias Cruzadas  

Тик ғәйептәрегеҙ һеҙҙе Алланан айырҙы; Гонаһтарығыҙ арҡаһында Раббы һеҙҙән йөҙ сөйөрҙө, Тауышығыҙҙы ишетмәҫ булды.


Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.


Таулыҡта йәшәгән ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр уларға ҡаршы төшөп тар-мар итте һәм арттарынан Хормаға тиклем баҫтырып барҙы.


Бөтә алтын-көмөш, баҡыр һәм тимер әйберҙәр Раббыға бағышлана, улар Раббының хазинаһына килтерелһен.


Был әшәкелекте өйөңә алып кермә, юҡһа уның менән бергә үҙең дә юҡ ителерһең. Уларға нәфрәтлән һәм ерән, сөнки улар тамам юҡ ителергә тейеш.


Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?


Бала табып үҫтерһәләр ҙә, Берәүһен бер иҫән ҡалдырмаҫмын, Уларҙы ташлап киткән сағымда Баштарына ҡайғы килер.


Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“ – тип белдерә», – тиерһең.


Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».


Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.


Раббы фәрештәһе был һүҙҙәрҙе әйткәс, бөтә Исраил халҡы ҡысҡырып илай башланы.


Муса бөтә исраилдарға ошо һүҙҙәрҙе еткергәс, халыҡ бик ҡаты ҡайғыға ҡалды.


– Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне.


Шунан һуң Шаул: – Ғәскәр башлыҡтары бында килһен. Бөгөн ниндәй гонаһ ҡылынғанын асыҡлаһындар.


Хөрмәтле ҡунаҡтарың араһында – батша ҡыҙҙары. Уң яғыңа баҫҡан батшабикәң, Зиннәттәре уның Офир алтынынан.


Йөрөмәгеҙ, Раббы һеҙҙең менән түгел, шуға күрә дошмандарығыҙҙан еңеләсәкһегеҙ.


Унда ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр һеҙгә ҡаршы тора, һеҙҙе улар ҡылыстан үткәрер, сөнки һеҙ Раббынан тайшандығыҙ, арағыҙҙа Раббы булмаясаҡ, – тип тә ҡараны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios