Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 6:9 - Изге Яҙма

9 Йушағ халыҡты: – Мин әйтмәйенсә, һеҙ оран ҡысҡырмағыҙ, тауышығыҙҙы сығармағыҙ. Ауыҙығыҙҙан бер ауыҙ һүҙ сыҡмаһын. Бер көн килер, мин һеҙгә һөрәнләргә үҙем бойорормон – шунда инде ҡысҡырырһығыҙ, – тип алдан киҫәтеп ҡуйғайны.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 6:9
6 Referencias Cruzadas  

Икенсе көндө лә улар ҡаланы бер тапҡыр урап сығып тупламға ҡайтты. Улар алты көн дауамында шулай эшләне.


Шул саҡ нурығыҙ таң һымаҡ балҡыр, Тиҙ арала шифа табырһығыҙ. Тоғролоғоғоҙ алдығыҙҙан йөрөр, Артығыҙҙан Раббының шөһрәте һаҡлап барыр.


Иң һуңынан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Дан ғәскәре юлға сыҡты. Уларҙың ғәскәре башында Ғаммишаддай улы Ахиғәзер тора ине.


Борғо ҡысҡыртҡан ҡаһиндар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Килешеү һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар.


Раббы һандығы менән бер тапҡыр ҡаланы уратып сыҡтылар. Шунан һуң бөтә халыҡ тупламға ҡайтты һәм шунда ҡунды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios