12 Ошо ер биргән уңышты ашаған көндән башлап, майҙә башҡаса күренмәҫ булды. Бынан ары исраилдарҙың майҙәһе булманы – ул йылды халыҡ Ҡәнғән ере биргән уңыш менән туҡланды.
Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды.
Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра, гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була.
Мин һеҙҙе үҙегеҙ көс түкмәгән хеҙмәтте урырға ебәрәм, унда башҡалар эшләне, ә һеҙ уларҙың хеҙмәт емештәрен йыйырһығыҙ.
ул ерҙең икмәген ашағанда Раббыға саҙаҡа бирегеҙ.
Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә улар ошо ер биргән уңышты – сөсө икмәк менән ҡурмас ауыҙ итте.