Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 5:11 - Изге Яҙма

11 Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә улар ошо ер биргән уңышты – сөсө икмәк менән ҡурмас ауыҙ итте.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 5:11
7 Referencias Cruzadas  

Яңы уңыштан Аллағыҙға ҡорбан килтергән көнгә тиклем, уның икмәген дә, ҡурмасын да, сей башаҡ та ауыҙ итмәгеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Ошо уҡ айҙың ун бишенсе көнө – Раббының Сөсө икмәк байрамы. Ете көн буйы сөсө икмәк ашаясаҡһығыҙ.


ул ерҙең икмәген ашағанда Раббыға саҙаҡа бирегеҙ.


Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.


Ошо ер биргән уңышты ашаған көндән башлап, майҙә башҡаса күренмәҫ булды. Бынан ары исраилдарҙың майҙәһе булманы – ул йылды халыҡ Ҡәнғән ере биргән уңыш менән туҡланды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios