10 Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.
Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға
Ә һин, әҙәм улы, һөргөнгә киткәндәге һымаҡ кәрәк-ярағыңды әҙерлә, уларҙың күҙ алдында көпә-көндөҙ юлға сыҡ. Һинең, өйөңдө ташлап, башҡа ергә киткәнеңде барыһы ла күрһен. Кем белә, бәлки, фетнәсел халыҡ булһалар ҙа, аңларҙар.
Тәүге айҙың ун дүртенсе кисенән башлап егерме беренсе кисенә тиклем сөсө икмәк ашағыҙ.
Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы башланыр.
Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо.
Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә улар ошо ер биргән уңышты – сөсө икмәк менән ҡурмас ауыҙ итте.
Улар Йушағ янына, уның Гилгалдағы тупламына ошо рәүешле килделәр ҙә Йушағ менән исраилдарға: – Беҙ йыраҡ илдән килдек, – тинеләр. – Беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ.
Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине.
Һеҙҙән хәл-әхүәл белдергән хәбәр алғанға тиклем, мин сүлдә, йылғаның кисеүендә торормон.
Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.
Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».
Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының ҡорбаны.