Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 4:7 - Изге Яҙма

7 һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 4:7
11 Referencias Cruzadas  

Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Намыҫлыларға хатта ҡараңғылыҡта ла нур ағыла, Мәрхәмәтле, рәхимле һәм ғәҙел әҙәмдәргә яҡтылыҡ сәселә.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


эфодтың яурынсаларына беркет: был таштар – Исраил улдары хаҡында иҫтәлек. Раббыға Исраил халҡын хәтерләтеп торһон өсөн, Һарун уларҙың исемдәрен иңдәрендә йөрөтһөн.


шөкөр итте лә, уны һындырып, былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ».


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Был таштар һеҙҙең өсөн бер иҫтәлекле билдә булыр. Киләсәктә балаларығыҙ: «Был таштар нимәне белдерә?» – тип һораһа,


Исраил халҡынан ошо йолом аҡсаһын йыйып ал да уны Осрашыу сатырындағы хеҙмәтте башҡарыуға тотон. Был йолом Раббыға исраилдарҙы иҫкә төшөрөү, уларҙың йәндәрен паклау өсөн булыр.


Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.


Ҡорбан ите менән бергә әсетеп бешерелгән икмәк ашама. Һин Мысырҙан бик ашығыс сығып киттең һәм, был көндө ғүмер буйы иҫтә тотоу өсөн, ете көн буйы сөсө ҡамырҙан бешкән икмәк – «хәсрәт икмәге» аша.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios