Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 3:6 - Изге Яҙма

6 Йушағ ҡаһиндарға: – Килешеү һандығын алығыҙ ҙа халыҡтың алдынан алға атлағыҙ, – тип бойорҙо. Улар Килешеү һандығын күтәрҙеләр ҙә халыҡтың алдынан атланылар.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 3:6
11 Referencias Cruzadas  

Шул саҡ ҡаршылыҡтарҙы емереүсе Үҙенең халҡы алдынан барыр. Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр, Батшалары Алла Үҙе алдан атлар, Раббы юл башлаусы булыр».


һәм халыҡҡа ошондай бойороҡ еткерҙе: – Леви нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығын күтәреп алып китеүен күреү менән, улар артынан эйәрегеҙ.


Әгәр Һин был халыҡты бер кешеһен дә ҡалдырмай юҡ итеп бөтһәң, ул сағында Һинең хаҡта ишеткән ҡәүемдәр әйтер:


Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып, өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы.


Унда беҙҙең хаҡҡа, Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек Баш Ҡаһин булғандан һуң, башлап йөрөүсебеҙ булып Ғайса инде.


Йушағ халыҡҡа бойорҙо: – Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, сөнки Раббы иртәгә һеҙҙең алда мөғжизәләр ҡыласаҡ.


Раббы Йушағҡа: – Бөгөндән башлап Мин бөтә Исраил халҡы алдында һинең абруйыңды күтәрәм. Улар, Мин Муса менән бергә булған кеүек, һинең менән дә бергә булыуымды аңлар.


Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, ҡаһиндар Килешеү һандығын күтәреп алды.


Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, левиҙәр Килешеү һандығын күтәреп ала.


Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios