13 Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр.
Тын өрөүеңдән һыу үрә торҙо, Тулҡындары диуар булып ҡалҡты, Диңгеҙ тәрәнлеге ҡатып ҡалды.
Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ.
Аттарыңда диңгеҙҙе тапаның, Шашҡан һыуҙарҙы күбекләндерҙең.
Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым, Ул мине ишетте, Бөтә бәләләрҙән әрсәләне.
Ҡарағыҙ, бөтә ер йөҙөнөң Хужаһының Килешеү һандығы һеҙҙең алдан Иордан йылғаһына инә.
һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр.
Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!
Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.
– Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.