Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 24:7 - Изге Яҙма

7 Ата-бабаларығыҙ шунда Раббыға ялбарҙы – шул саҡ Раббы һеҙҙең менән мысырҙар араһына ҡараңғылыҡ пәрҙәһе ҡорҙо. Раббы диңгеҙҙе мысырҙарға ҡаршы ҡуйҙы, һәм диңгеҙ уларҙы йотто. Минең мысырҙарҙы ни эшләтеүемде һеҙ үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ. Шунан һуң һеҙ оҙаҡ ваҡыт сүлдә көн иттегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 24:7
14 Referencias Cruzadas  

Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?


Ул, Мысыр ғәскәрен исраилдар сафынан айырып, уларҙың араһында торҙо. Болот мысырҙарға – ҡараңғылыҡ, исраилдарға яҡтылыҡ бирҙе. Шуға ла ул төндә ике саф бер-береһенә яҡынайманы.


Фирғәүен үҙ ғәскәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Бына Исраил халҡы Мысыр сиреүенең етеп килгәнен күрҙе, ҡурҡышынан Раббыға ялбарҙы.


Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.


Мысырҙан сыҡҡан саҡта йәше буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр үлеп бөткәнсе, исраилдар ҡырҡ йыл буйы сүл гиҙҙе, сөнки улар Раббы һүҙенән сыҡҡайны. Шуға күрә Раббы уларға: «Ата-бабаларығыҙға һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе улдарығыҙға бирермен тип вәғәҙә иткән инем, әммә һеҙ ул ерҙәрҙе бер ҡасан да күрмәйәсәкһегеҙ», – тип ант иткән була.


Муса Исраил халҡын бергә йыйҙы ла уларға былай тине: – Раббының Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа фирғәүенгә, уның бөтә ҡолдарына һәм бөтә иленә нимәләр ҡылғанын күрҙегеҙ.


Оҙаҡ ваҡыт Ҡадешта ҡалдығыҙ.


Ҡырҡ йыл буйы Алла кемгә асыу тотҡан һуң? Гонаһ ҡылып, үле кәүҙәһе сүллектә ятып ҡалған кешеләргә түгелме?


Ҡадеш-Барнеағтан сыҡҡан дәүерҙән Зеред үҙәнен уҙғанға тиклем утыҙ һигеҙ йыл булды. Раббы ант иткәнсә, ул быуындың барлыҡ яугирҙәре был ваҡыт арауығында үлеп бөттө.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios