Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 24:5 - Изге Яҙма

5 Мин Муса менән Һарунды шунда ебәрҙем, Мысырға афәттәр яуҙырып, уны язаға дусар иттем, һәм һеҙҙе унан алып сыҡтым.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 24:5
13 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә лә, бар! Мин һине фирғәүен янына ебәрәм: халҡым исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡ!


Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.


Исраил халҡы Рағмесес ҡалаһынан Суккоҫҡа табан юлланды. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-сағаны иҫәпләмәгәндә, Мысырҙан алты йөҙ меңләп йәйәүле ир-ат,


Мысырҙан Мин һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙы Ҡамышлы диңгеҙенә алып килдем, ләкин бында уларҙы мысырҙарҙың яу арбалары һәм һыбайлылары ҡыуып етте.


Тап бына ошо Муса менән Һарун: «Исраил халҡын Мысырҙан сығар!» – тип Мысыр батшаһы фирғәүен алдында телмәр тотто.


Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты.


Раббы уларҙы бик күп тапҡыр ҡотҡарҙы, Әммә улар һаман башбаштаҡлыҡ күрһәтте, Енәйәттәре арҡаһында түбәнһетелде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios