Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 24:2 - Изге Яҙма

2 Йушағ бөтә халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Борон-борондан – Ибраһим һәм Нахорҙың атаһы Терахҡа тиклем – һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында йәшәне һәм сит илаһтарға табынды.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 24:2
16 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


– Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?


Әйт, Раббы Хаким Йәрүсәлимгә былай ти: «Һинең тамырың, тыуған төйәгең – Ҡәнғән ере; атаң – әмөри, әсәң – хитти ҡыҙы.


Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.


Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып, килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.


Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы.


Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте.


Әммә илаһтарың берәйһендә табылһа, ул бәндә тере ҡалмаясаҡ. Туған-ырыуыбыҙҙың күҙ алдында бөтә нәмәмде лә тикшер ҙә үҙеңдеке булған әйберҙе ал. Яҡуп илаһ һындарын Рәхилә урлағанын белмәй ине.


Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.


Етмеш йәшенән һуң Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран исемле улдары тыуҙы.


Йәһүҙә – Яҡуп улы, Яҡуп – Исхаҡ улы, Исхаҡ – Ибраһим улы, Ибраһим – Терах улы, Терах – Нахор улы,


Нахорға егерме туғыҙ йәш булғанда, улы Терах тыуҙы.


Бына Терахтың нәҫел шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран тигән улдары булды. Һарандың Лут исемле улы тыуҙы.


Серугка утыҙ йәш булғанда, улы Нахор тыуҙы.


Ибрам, йәғни Ибраһим.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios