Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 23:8 - Изге Яҙма

8 Бөгөнгә тиклем Аллағыҙ Раббыға тоғро булдығыҙ, бынан һуң да Уға тоғро булып ҡалығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 23:8
11 Referencias Cruzadas  

Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.


Әммә һеҙ ҡанунды – Раббы ҡоло Муса ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә тейешһегеҙ. Һеҙ Аллағыҙ Раббыны яратырға, Уның юлынан йөрөргә, бойороҡтарын үтәргә, Уға тоғро булырға һәм бөтә күңелегеҙ, бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итергә тейешһегеҙ, – тине.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Бары тик Аллағыҙ Раббыға эйәрегеҙ, Унан ҡурҡығыҙ, бойороҡтарын үтәгеҙ, әйткәндәрен тыңлағыҙ, Уға хеҙмәт итегеҙ һәм һыйынығыҙ.


Әгәр ҙә һеҙ мин белдергән ошо бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, бары Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ һәм Уға һыйынһағыҙ,


Ә һеҙ, Аллағыҙ Раббыға тоғро булған өсөн, бөгөнгө көнгә тиклем бөтәгеҙ ҙә иҫәнһегеҙ.


Был илдә һаман ҡала килгән халыҡтар менән ҡатнашмағыҙ. Уларҙың илаһтарын саҡырмағыҙ һәм илаһтарының исемдәре менән ант итмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм табынмағыҙ.


Раббы ҙур һәм ҡеүәтле халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып сығарҙы. Бөгөнгәсә бер кем һеҙгә ҡаршы тора алмай.


Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне.


Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңламаһағыҙ, алдығыҙҙан юҡ итәсәк башҡа халыҡтар кеүек, һеҙ ҙә һәләк буласаҡһығыҙ.


Ә теге пәйғәмбәрҙе йәки төш юраусыны һеҙҙе Мысырҙан сығарған һәм ҡоллоҡ йортонан йолоп алған Раббығыҙҙан ваз кисергә өгөтләгәне һәм һеҙҙе Аллағыҙ Раббы барырға ҡушҡан юлдан яҙҙырырға теләгәне өсөн үлемгә дусар итегеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай йолҡоп ташлағыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios