10 Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ меңде ҡасырға мәжбүр итә, сөнки Аллағыҙ Раббы, һеҙгә вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙең өсөн Үҙе һуғыша.
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?
Бишәүегеҙ йөҙҙө, йөҙөгөҙ ун меңде ҡыуыр. Дошмандарығыҙ ҡылысығыҙҙан ҡырылыр.
Уларҙан ҡурҡмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ».
Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе.
Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».
Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?
Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!
Аллағыҙ Раббының һеҙҙең хаҡҡа барлыҡ был ҡәүемдәр менән ни эшләгәнен күрҙегеҙ. Һеҙҙең өсөн Аллағыҙ Раббы Үҙе һуғышты!
Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.
Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.
Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе.
Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемдәре: Тахкемондан Йошев-Башшәвәҫ өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы ине. Ул, һөңгөһөн һигеҙ йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һалды.
Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы.
Былай тиһен: «Тыңла, Исраил! Бөгөн дошмандарығыҙ менән һуғышҡа инәсәкһегеҙ. Ғәйрәтегеҙҙе юғалтмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ. Өркмәгеҙ уларҙан!
Һиңә ҡаршы килгән дошмандарыңды Раббы алдыңда ҡырып һалыр. Һеҙгә бер юлдан ҡаршы сыҡһалар, ете юлдан ҡасып китерҙәр.
„Уларҙан Мин йөҙ йәшерәм, – тине. – Һәм күрермен: нисек булыр ахырҙары. Сөнки улар аҙғын быуын, Тоғролоҡто белмәгән балалар.
Ләкин ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ.
Бик күп дошман үлтерелә, сөнки был яу Алла ихтыяры менән була. Ғад нәҫеле, һөргөнгә ҡыуылғанға тиклем, һағриҙар ерендә ғүмер кисерә.
Бер кеше янаһа, мең кеше ҡасыр, Биш кеше янаһа, бөтөнөгөҙ ҡасыр; Ә тере ҡалғандар тау башындағы ҡолға, Түбәләстәге байраҡ һымаҡ яңғыҙ ҡалыр».
Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.
Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр.
Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.