Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 22:6 - Изге Яҙма

6 Йушағ уларға фатиха бирҙе лә өйҙәренә оҙатты, һәм улар ҡайтып китте.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 22:6
18 Referencias Cruzadas  

Йушағ Йефунне улы Калевты фатихаланы һәм Хевронды уға биләмә итеп бирҙе.


Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе.


Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән фатихаланы.


Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе.


Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатиха бирҙе.


Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр,


Әфраим һәм Менашше, Исасхар һәм Зевулун ырыуҙарынан килгәндәрҙең күбеһе таҙарынмаған булһа ла, ҡанунда яҙылғанға ҡаршы килеп, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен ашай. Ләкин Хизкияһ улар өсөн доға ҡылып: «Эй игелекле Раббы! Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн күңеле менән ынтылған һәр кемде, улар Изге торлаҡ ҡануны буйынса тейешенсә таҙарынып килмәгән булһалар ҙа, ғәфү итә күр!» – ти.


Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө!


Ғәли Әлҡана менән ҡатынына фатиха биреп: – Алланан теләп алып, Уға биргән балаң урынына Раббы һиңә ошо ҡатыныңдан башҡа балалар бирһен, – тип әйтә торғайны. Шунан улар өйҙәренә ҡайталар ине.


Яҡуп, фирғәүенгә тағы фатиха ҡылып, уның янынан сыҡты.


Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине: – Күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Алла Ибрамды мөбәрәк ҡылһын!


Шунан Йушағ халыҡты ҡайтарып ебәрҙе, һәм барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты.


Шемуил халыҡҡа батшалыҡ итеү ҡағиҙәләрен аңлатты, уларҙы китапҡа яҙып, Раббы алдына һалды. Шунан бөтә халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.


Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.


Бөтә халыҡҡа, Исраилдың күп һанлы халҡына – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла – берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыҡты. Шунан һәммә халыҡ өйҙәренә таралды.


Унан һуң батша халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Улар батшаға фатиха ҡылып, Раббының ҡоло Дауытҡа һәм Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып таралды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios