Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 22:5 - Изге Яҙма

5 Әммә һеҙ ҡанунды – Раббы ҡоло Муса ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә тейешһегеҙ. Һеҙ Аллағыҙ Раббыны яратырға, Уның юлынан йөрөргә, бойороҡтарын үтәргә, Уға тоғро булырға һәм бөтә күңелегеҙ, бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итергә тейешһегеҙ, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 22:5
50 Referencias Cruzadas  

– «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. –


Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Әгәр ҙә һеҙ мин белдергән ошо бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, бары Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ һәм Уға һыйынһағыҙ,


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.


Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтә рухым менән хеҙмәт иткән Алла шаһит: һеҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алам


Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.


Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарғас, бер кемдән дә ҡурҡмайынса,


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә? Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә? Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ: Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ, Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.


Раббы уларҙы көнсығыш, көнбайыштан, Көньяҡ менән төньяҡтан тупланы, Күп илдәрҙән уларҙы йыйып алды.


Раббы былай тине: «Бөгөн Мин һеҙгә бойорғандарға ҡолаҡ һалһағыҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ һәм Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итһәгеҙ,


Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот.


Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын, һеҙгә биргән күрһәтмәләрен, ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.


Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.


Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ!


– Ҡурҡмағыҙ, – тине Шемуил халыҡҡа. – Ҡылған яуызлыҡ ҡылынған инде, әммә башҡаса Раббынан ситләшмәгеҙ, Уға бөтә йөрәгегеҙ менән хеҙмәт итегеҙ.


Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.


Бөгөнгә тиклем Аллағыҙ Раббыға тоғро булдығыҙ, бынан һуң да Уға тоғро булып ҡалығыҙ.


Бары тик Аллағыҙ Раббыға эйәрегеҙ, Унан ҡурҡығыҙ, бойороҡтарын үтәгеҙ, әйткәндәрен тыңлағыҙ, Уға хеҙмәт итегеҙ һәм һыйынығыҙ.


Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.


Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.


Уларҙы һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Был башҡа халыҡтар күҙендә һеҙҙең аҡылығыҙҙы һәм белдеклелегегеҙҙе күрһәтер. Улар, был ҡағиҙәләр тураһында ишетеп: «Был бөйөк милләт, ысынлап та, аҡыллы һәм төплө фекерле», – тиер.


Ә һеҙ, Аллағыҙ Раббыға тоғро булған өсөн, бөгөнгө көнгә тиклем бөтәгеҙ ҙә иҫәнһегеҙ.


Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын.


Әммә ул ерҙә Аллағыҙ Раббыны эҙләйәсәкһегеҙ. Әгәр Уны бөтә йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ.


Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.


Сөнки шулар Яҡуптың башын ашаны, Йортон харабаға әйләндерҙе.


Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios