Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 22:4 - Изге Яҙма

4 Инде хәҙер, Аллағыҙ Раббы, вәғәҙәһен үтәп, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙгә тыныс тормош биргәс, Раббы ҡоло Муса һеҙгә Иордан аръяғында биргән биләмә ерҙәрегеҙгә – үҙ сатырҙарығыҙға ҡайта алаһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 22:4
16 Referencias Cruzadas  

Менашше ырыуының икенсе яртыһына, уның менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына өлөш сығарылғайны инде – Муса уларға Иордандан көнсығышҡараҡ ер биргәйне. Раббы ҡоло Муса уларға


Исраилдар үҙ биләмәләренә эйә булғансы өйҙәребеҙгә ҡайтмабыҙ.


Ҡасан Раббы, һеҙгә биргән кеүек, туғандарығыҙға ла тыныслыҡ бирә, ҡасан улар Иордан аръяғындағы Аллағыҙ Раббы үҙҙәренә вәғәҙә иткән ерҙәрҙе биләй, тик шул саҡта ғына һәр берегеҙ мин һеҙгә биргән биләмәләрегеҙгә кире ҡайтырһығыҙ».


Муса Рәүвән ырыуына уның нәҫелдәре буйынса бүлеп биргән ерҙәр


Уларҙың ерен алдыҡ та, биләмә итеп, Рәүвән менән Ғад ырыуына һәм Менашше ырыуының яртыһына бирҙек.


Әлегә һеҙ тыныс урынға, Аллағыҙ Раббы бирәсәк ергә етмәгәнһегеҙ әле.


Йушағ уларҙы тыныс-имен урынға килтергән булһа, Алла бынан һуң тыуыр ниндәйҙер башҡа көн тураһында әйтмәҫ ине.


– Һинең менән Үҙем барам һәм һиңә тыныслыҡ бирәм, – тип яуапланы Раббы.


Бөгөнгө көнгә тиклем, оҙайлы ваҡыт, Аллағыҙ Раббы ҡушҡандарын үтәй барып, ҡәрҙәштәрегеҙҙе ташламанығыҙ.


Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе.


– Һеҙгә һәр яҡлап именлек биргән Аллабыҙ Раббы һеҙҙең менән түгелме ни? Ул был ерҙә йәшәгән бар халыҡты минең ҡулыма тапшырҙы, был ер Раббы менән Уның халҡына буйһондо.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios