12 Бөтә Исраил йәмғиәте, тегеләргә ҡаршы һуғыш менән барыр өсөн, Шилола йыйылды.
Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.
Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.
ул ҡаланың кешеләрен ҡылыс менән тураҡла. Бөтә ҡаланы һәм ундағы барлыҡ нәмәне, мал-тыуарҙы ла индереп, харам ҡыл – ҡылыстан үткәр.
Башта исраилдар Ғилғәд еренә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә – Әлғазар улы Пинхас ҡаһинды ебәрҙе.
Ғилғәдкә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә килгәс, илселәр былай тине:
Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары Ғилғәдтән киткәс, Әлғазар улы Пинхас ҡаһин һәм башлыҡтар Ҡәнғәнгә, исраилдар янына әйләнеп ҡайтты һәм уларға эштең ниҙә икәнен һөйләп бирҙе.