Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 21:8 - Изге Яҙма

8 Исраилдар, Раббының Муса аша биргән бойороғона ярашлы, йәрәбә һалып, бына шул ҡалаларҙы тирә-яғындағы көтөүлектәре менән бергә левиҙәргә бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 21:8
11 Referencias Cruzadas  

Исраилдар, Раббы ҡушыуы буйынса, левиҙәргә үҙ биләмәләренән ҡалалар һәм көтөүлектәр бүлеп бирҙе.


Көслө дәғүәселәр араһында бәхәсте йәрәбә хәл итә.


Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.


Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.


ҡалалар уларға йәшәр өсөн, көтөүлектәр уларҙың мал-тыуары, көтөүҙәре һәм башҡа хайуандары өсөн булыр.


Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.


Ғад менән Рәүвән улдары Муса менән Әлғазар ҡаһинға һәм йәмғиәт башлыҡтарына килеп:


Шимғон менән Леви – бер туғандыр, Ҡылыстары – рәхимһеҙлек ҡоралылыр!


Нәҫелдәренә күрә Мерари улдарынан булған левиҙәргә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан ун ике ҡала бирелде.


Түбәндә Йәһүҙә һәм Шимғон ырыуҙарынан левиҙәргә бүлеп бирелгән ҡалаларҙың исемдәре:


Әйҙә асыуҙары ҡәһәр алһын, Сөнки улар үтә рәхимһеҙ. Ҡарғыш төшһөн уларҙың рәхимһеҙ асыуына, Сөнки улар сикһеҙ-самаһыҙ! Мин уларҙы Яҡуп нәҫелендә бүлгесләрмен, Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios