Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 2:9 - Изге Яҙма

9 уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 2:9
39 Referencias Cruzadas  

Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен.


Ошо көндән алып был күк аҫтындағы бар халыҡтарға Мин һеҙҙән ҡурҡыу һәм дәһшәтләнеү тойғоһо күндерермен. Һеҙҙең хаҡта ишеткәндәр, ҡоттары алынып, ҡурҡыуға төшәсәк», – тине.


ерҙе лә, унда йәшәгән кешеләр менән йәнлектәрҙе лә бөйөк көсөм, ҡөҙрәтле ҡулым менән Мин яраттым. Уны Үҙем хуш күргән кешегә бирәм.


Гонаһлы әҙәм йөҙҙәрсә ҡат боҙоҡлоҡ эшләһә лә, оҙаҡ йәшәүе бар, ләкин Алланы хөрмәтләгән, Унан ҡурҡҡан кешегә генә яҡшы булыр – шуны беләм.


Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!


Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. –


Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.


Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»


Емерелде, ергә тигеҙләнде, Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе. Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй, Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә, Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына.


Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.


Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,


Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.


Ул ваҡытта инде арыҫлан йөрәкле кеше лә ҡаушап төшөр, сөнки атайыңдың да, уның янындағыларҙың да ниндәй ғәйрәтле икәне бөтә Исраилға мәғлүм.


Тыңлап ултырғаны уға: – Был, моғайын, Исраилдан Йоаш улы Гидғондың ҡылысылыр. Алла мидйәндәр менән уларҙың тупламын уның ҡулына тапшыра булыр.


Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп, Әҙәм балаларын айырғанда, Исраил улдарының һанына күрә Халыҡтарҙың сиген билдәләне.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор.


Бер кем дә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ: Аллағыҙ Раббы вәғәҙә иткәнсә, аяҡ баҫҡан бөтә ерҙә һеҙҙән ҡурҡыу һәм тетрәнеү тыуҙырыр.


Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.


Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Исраил шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булмай.


Муса Ҡадештан Эдом батшаһына илселәр ебәреп, ошо үтенесен еткерергә ҡушты: – Һиңә туғандарың – Исраил халҡы мөрәжәғәт итә: беҙҙең иңгә ниндәй михнәттәр төшкәнен беләһең.


– Һарундың үлеп, ата-бабалары янына күсер ваҡыты етте. Мерива һыуҙары буйында бойороғома ҡаршы килгәнегеҙ өсөн Һарун Мин Исраил халҡына бирәсәк ергә аяҡ баҫмаясаҡ.


Шымсылар йоҡларға ятырға ла өлгөрмәне, Рахав өй башына менеп,


– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.


Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен


һәм Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһы – Хешбон батшаһы Сихон һәм Ғаштароҫтағы Башан батшаһы Ғоғ менән нимә ҡылғанын беләбеҙ.


Улар Йушағҡа: – Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мәғлүм булды: Аллаң Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға бөтә ерҙе һеҙгә биреп, унда йәшәүселәрҙең барыһын ҡылыстан үткәрергә бойорған. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ өсөн бик ҡурҡтыҡ, шуға күрә лә шулай эшләнек, – тип яуап ҡайтарҙы. –


Тир тураһындағы хәбәр Мысырға барып ишетелһә, Кешеләрҙең йөрәктәре һыҙланасаҡ.


Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.


Көнөнә бер тапҡыр бөтә яугирҙәрең менән ҡаланы урап сығығыҙ. Алты көн рәттән шулай эшләгеҙ.


Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар.


Батша бойороғо менән был фарман ҡайһы өлкәгә, ҡайһы ҡалаға ғына килмәһен, һәр ерҙә йәһүдтәр шатланды, күңел асты, мәжлес һәм байрам ойошторҙо. Был илдәге халыҡтар араһынан күптәр йәһүҙилеккә күсте, сөнки уларҙы йәһүдтәр алдында ҡурҡыу биләп алғайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios