Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 2:10 - Изге Яҙма

10 Һеҙ Мысырҙан киткән саҡта, Раббы һеҙҙең юлығыҙҙа Ҡамышлы диңгеҙҙе ҡоро ергә әйләндергәнен ишеттек. Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһын – Сихон менән Ғоғты харам ҡылып юҡ иткәнегеҙҙе лә беләбеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 2:10
13 Referencias Cruzadas  

Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.


Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты, Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда.


Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был.


Муса Ҡадештан Эдом батшаһына илселәр ебәреп, ошо үтенесен еткерергә ҡушты: – Һиңә туғандарың – Исраил халҡы мөрәжәғәт итә: беҙҙең иңгә ниндәй михнәттәр төшкәнен беләһең.


Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты, Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда, Дошман булған халыҡтарҙы ашап бөтә, Һөйәктәрен уларҙың онтаҡлай, Уғы менән ҡырып һала.


Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.


һәм Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһы – Хешбон батшаһы Сихон һәм Ғаштароҫтағы Башан батшаһы Ғоғ менән нимә ҡылғанын беләбеҙ.


Ике әмөри батшаһын һеҙҙең ҡылыстарығыҙ түгел, һеҙҙең уҡтарығыҙ түгел, ә һеҙҙең алдан Мин ебәргән траштар алып ташланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios