Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 18:8 - Изге Яҙма

8 Һайлап алынған кешеләр юлға сыҡҡанда, Йушағ уларға был илдең һүрәтләнешен эшләргә ҡушты. – Барығыҙ, – тине Йушағ уларға, – илде уратып йөрөп сығығыҙ, уның һүрәтләнешен эшләгеҙ һәм минең янға әйләнеп ҡайтығыҙ. Шунан мин ошонда, Шилола, Раббы алдында һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 18:8
13 Referencias Cruzadas  

Шуның өсөн үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙең рухын нығытыуға хеҙмәт иткән нәмәләргә ынтылайыҡ.


Унда, Шилола, Раббы хозурында, Йушағ йәрәбә һалды һәм илде Исраил ырыуҙары араһында бүлде.


Шаул Раббыға: – Исраил Аллаһы, дөрөҫлөктө белдер! – тип мөрәжәғәт итте. Йәрәбә һалынды һәм Йонаҫан менән Шаулға төштө, ә башҡа кешеләрҙең барыһы ла аҡланды.


Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.


Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.


Нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуына йәрәбә буйынса иң көньяҡтан Эдом ерҙәренә һәм Цин сүленә терәлеп ятҡан өлөш эләкте.


Тотош илде туғыҙ ырыу һәм Менашше ырыуының яртыһы араһында биләмә булараҡ бүл.


Бар, был ерҙәрҙе арҡырыға-буйға йөрөп сыҡ, сөнки Мин уларҙы һиңә бирәсәкмен.


Улар илде йөрөп сыҡтылар һәм, ҡалаларына күрә уны ете өлөшкә бүлеп, һыҙмаһын яһанылар. Шунан улар Шилоға, Йушағ янына тупламға әйләнеп ҡайттылар.


Раббы Үҙе улар өсөн йәрәбә ташланы, Үлсәү бауы менән үлсәп өлөш бүлде. Улар был ергә мәңгегә хужа булыр, Быуындан-быуынға шунда йәшәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios