Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 18:7 - Изге Яҙма

7 Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 18:7
11 Referencias Cruzadas  

Ә Леви ырыуына ул бер ниндәй ҙә биләмә бирмәне. Уларҙың биләмәһе, Раббы уларға әйтеп ҡалдырғанса, Исраил Аллаһы Раббы Үҙе.


Раббы Һарунға былай тине: – Исраилдар ерендә һинең биләмәң булмаҫ, улар араһында өлөшөң дә булмаҫ. Исраилдар араһында һинең өлөшөң дә, биләмәң дә – Мин.


Шуға күрә левиҙәргә, башҡа ағай-энеләренән айырмалы рәүештә, биләмә һәм өлөш бирелмәне. Аллағыҙ Раббының уларға биргән һүҙе буйынса, уларҙың өлөшө – Раббы Үҙе.


Осрашыу сатырында бары тик левиҙәр хеҙмәт итһен һәм бөтә етешһеҙлек өсөн ғәйепте үҙҙәренә алһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Исраилдар араһында левиҙәрҙең ер биләмәһе булмаҫ.


Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.


Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios