4 Һәр ырыуҙан өсәр кеше һайлап алығыҙ ҙа мин уларҙы илде тотош йөрөп сығырға ебәрермен. Ерҙе өлөштәргә бүлерлек итеп, уның һүрәтләнешен эшләһендәр ҙә минең яныма әйләнеп ҡайтһындар.
Улар илде йөрөп сыҡтылар һәм, ҡалаларына күрә уны ете өлөшкә бүлеп, һыҙмаһын яһанылар. Шунан улар Шилоға, Йушағ янына тупламға әйләнеп ҡайттылар.
Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.
Йушағ исраилдарға: – Тағы оҙаҡ мыштырларһығыҙмы? Атайҙарығыҙҙың Аллаһы Раббы биргән ерҙе ниңә һаман биләмәгә алмайһығыҙ? – тине. –
– Ун ике кеше, һәр ырыуҙан берәр кеше, һайлап алығыҙ.
Ә һеҙ үҙегеҙгә Исраил ырыуҙарынан ун ике кеше – һәр ырыуҙан берәр кеше – һайлап алығыҙ.
Раббы Мусаға былай тине:
Һәр ырыуҙан нәҫел башлығы булған берәр кешене ярҙамға алығыҙ.
Улар илде ете өлөшкә бүлергә тейеш. Йәһүҙә тоҡомонда – көньяҡтағы ерҙәре, Йософ тоҡомонда төньяҡтағы ерҙәре ҡала.
Шулай икән, Раббы йыйынында Биләмәңдең сиген үлсәргә лә кешең булмаҫ.