Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 16:10 - Изге Яҙма

10 Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 16:10
12 Referencias Cruzadas  

Әфраим ырыуы ла Гәзәрҙә йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып ебәрмәне; ҡәнғәниҙәр улар араһында Гәзәрҙә йәшәй бирҙе.


Элек фирғәүен, Мысыр батшаһы, Гәзәргә һөжүм иткәйне. Яулап алғас, ҡаланы яндырҙы, унда йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡырҙы. Аҙаҡтан уны, үҙенең ҡыҙы Сөләймәнгә кейәүгә сыҡҡанда, туй мәһәре итеп бирҙе.


Аҙағыраҡ, исраилдар ҡеүәтләнгәс, ҡәнғәниҙәрҙе хеҙмәт бурысы үтәргә мәжбүр итте, ләкин уларҙы ерҙәренән тулыһынса ҡыуып сығара алманы.


Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.


Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.


Гәзәр батшаһы Һорам Лахишҡа ярҙамға килде, ләкин Йушағ, уның үҙен һәм ғәскәрен ҡылыстан үткәреп, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.


Менашше улдарының ер биләмәләренән Әфраим улдарына әйләнә-тирәләге ауылдар менән бергә ҡалалар ҙа бүлеп бирелде.


Ләкин Менашше ырыуы был ҡалаларҙы баҫып ала алманы һәм ҡәнғәниҙәр шул ерҙә йәшәп ҡалды.


Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.


Сөләймән исраилдар ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итә. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios