8 Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә.
Һуңынан Бен-Һинном үҙәне менән йәнәш, Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тау итәгенә табан төшә лә, йевусиҙәр биләмәһенең көньяҡ битләүенән Һинном үҙәне буйлап аҫҡа китә һәм Рогел инешенә табан һөҙәкләй.
Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.
Ләкин кейәү кеше, тағы ҡунырға риза булмайынса, юлға сыҡты. Шулай итеп, ул йәриәһе һәм йөк тейәлгән ике ишәге менән Йевус ҡалаһына, йәғни Йәрүсәлимгә килеп етте.
Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул.
Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне.
Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй.
Раббы бойороғо буйынса Төфәҫтә пәйғәмбәрлек итеп ҡайтҡандан һуң, Йермеяһ, Раббы йортоноң ихатаһына баҫып, барса халыҡҡа иғлан итте:
Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар.
Харсиҫ ҡапҡаһы ҡаршыһындағы Бен-Һинном үҙәненә сыҡ, Мин һиңә әйткән һүҙҙәрҙе иғлан ит.
Игенсе баҫыуҙы нисек урһа, Башаҡтарын ҡулы менән нисек йыйһа, Шулай Рефалар үҙәнендәураҡтан һуң башаҡтарҙынисек сүпләһә,
Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра.
Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.
Пелештиҙәр Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.
Йәһүҙә ырыуы Йәрүсәлимгә һөжүм итеп, уны алды, халҡын ҡылыстан үткәрҙе, ҡаланы яндырҙы.
Бына бер ваҡыт Дауыт барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә, йәғни Йевусҡа китә. Ә ул төбәктә йевусиҙәр йәшәгән була.
Заноахта, Ғадулламда һәм уларҙың ауылдарында, Лахишта һәм уның тирәһендә, Ғазыҡала һәм эргә-тирәләрендә йәшәне. Улар Беер-Шәвәғтән Һинном үҙәненә тиклем таралғайны.