Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 13:5 - Изге Яҙма

5 гевалдарҙың ерҙәре, ә көнсығышта – Хермон тауы итәгендәге Бәғел-Ғадтан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем тотош Ливан.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 13:5
14 Referencias Cruzadas  

Ҡорам төҙөлөшөнә бүрәнә һәм таш әҙерләүҙә Сөләймән менән Хирамдың эшселәренән башҡа Гевал кешеләре лә ҡатнашты.


Йушағ һәм исраилдар Иордандың көнбайышындағы батшаларҙы – Ливан үҙәнендәге Бәғел-Ғадтан башлап Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауына тиклем йәйелгән ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте. Йушағ хитти, әмөри, ҡәнғәни, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр йәшәгән ерҙәрҙе, Шефеланы, көнбайыштағы тау итәктәрен, Ғарава тигеҙлеген, тау битләүҙәрен, сүллекте һәм Негевты Исраил ырыуҙарына биләмәгә бүлеп бирҙе.


Кәмә ярыҡтарын ямар өсөн Гевалдың тәжрибәле оҫталары бар ине. Диңгеҙҙәге барса кәмәләр һәм диңгеҙселәр Алыш-биреш өсөн һиңә килде.


Ҡоро үҙән буйлап үткән саҡта Унда инештәр асырҙар, Ямғырҙар уны бәрәкәт менән һуғарыр.


Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауынан алып Ливан үҙәнендәге Хермон тауы итәгендә ултырған Бәғел-Ғадҡа тиклемге бөтә ерҙәрҙе баҫып алды. Йушағ был ерҙәрҙең бөтә батшаларын ҡулға төшөрҙө һәм үлемгә дусар итте.


Һорҙан Лево-Хамаҫҡа тиклем үткәрегеҙ. Артабан сик Седадҡа тартылыр;


Барып ҡарағыҙ Калнеға, Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп, Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ: Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме? Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы?


Калне Каркемиш кеүек түгелме? Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме? Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы?


Миңә лә, Иордан аръяғына сығып, шул уңдырышлы ерҙе – гүзәл тауҙарҙы һәм Ливанды күрергә мөмкинлек бирһәңсе».


Йыйынығыҙ ҙа юлға сығығыҙ. Әмөриҙәр йәшәгән тауҙарға, уларҙың күршеләренә – Ғарава тигеҙлегенә, тауҙарға, Шефелаға, Негевҡа һәм диңгеҙ буйҙарына, Ҡәнғән еренә һәм Ливанға, бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем етегеҙ.


Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.


Ул көнсығышта һәм көнбайышта ҡәнғәниҙәргә һәм таулыҡта йәшәгән әмөриҙәргә, хиттиҙәргә, перизиҙәргә, йевусиҙәргә һәм Хермон итәгендә, Миспа ерендә йәшәгән хиууиҙәргә хәбәр күндерҙе.


Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.


Батшаны әсиргә алып, Хамаҫ ерендәге Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios