Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 13:16 - Изге Яҙма

16 Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан башлап, үҙәнлек уртаһындағы ҡаланы ла индереп, Медеваға еткәнсе йәйрәп ятҡан яҫы таулыҡ,

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 13:16
18 Referencias Cruzadas  

Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан алып, үҙәнлек уртаһындағы ҡала менән Дивонға тиклем бөтә Медева яҫы таулығын;


Хешбонда йәшәгән әмөри батшаһы Сихон. Уның батшалығы Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан – үҙәндең урта бер еренән башлана һәм ғаммондарҙың сиге булған Яббоҡ йылғаһына тиклем һуҙыла, Ғилғәдтең яртыһын үҙ эсенә ала.


Иңрәй Хешбон һәм Әлғәле, Үкһеүҙәре Яһасҡаса ишетелә. Шуға ла Моав яугирҙәре илаша, Күңелдәрен ҡурҡыу солғап алған.


Ул осорҙа яулап алынған ерҙе – Арнон үҙәненең ситендә урынлашҡан Ғароғер ҡалаһынан башланған өлкәне, таулы Ғилғәд еренең яртыһын мин ҡалалары менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына бирҙем.


Муса Рәүвән ырыуына уның нәҫелдәре буйынса бүлеп биргән ерҙәр


Хешбон һәм уның менән йәнәш яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалалар – Дивон, Бамоҫ-Бәғел, Бейт-Бәғел-Меғон,


Ғароғер, Сифмоҫ, Әштемоағ,


Иордан йылғаһын кисеп, Ғароғер янында, ҡаланың көньяғында туҡталдылар. Ҡала Ғад үҙәне уртаһында, Яғзергә барған юлда урынлашҡайны.


Улар утыҙ ике мең яу арбаһы һәм тотош ғәскәре менән Мағаха батшаһын яллай. Мағаха батшаһы, Медева алдына килеп, туплам ҡора. Ғаммондар ҙа, ҡалаларынан йыйылып сығып, һуғышҡа әҙерләнә.


Хешбон әмөри батшаһы Сихондың ҡалаһы ине. Сихон, Моавтың элекке батшаһы менән һуғышып, уның Арнонға тиклемге бөтә ерҙәрен баҫып алғайны.


Сөнки ике ярым ырыуға Муса биләмә ерҙәрен Иордан аръяғынан биргәйне инде. Әммә башҡалар менән бер рәттән левиҙәргә ерҙән өлөш сығарылманы.


Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде.


Исраил бына өс йөҙ йыл инде Хешбонда, Ғароғерҙа һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа, Арнон йылғаһы буйындағы ҡалаларҙа йәшәй. Ниңә һеҙ шул саҡта был ерҙәрҙе ҡайтарып алманығыҙ?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios