10 Хешбон ҡалаһында идара иткән әмөри батшаһы Сихондың бөтә ҡалаларын – ғаммондар иленә тиклем;
Был әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон, Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә йәшәгән Башан батшаһы Ғоғ Муса тарафынан еңелгәндән һуң булды.
Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан алып, үҙәнлек уртаһындағы ҡала менән Дивонға тиклем бөтә Медева яҫы таулығын;
Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды;
Ғаммон халҡына яҡынлашҡас, улар менән низағҡа кермәгеҙ, уларҙы һуғышҡа ҡотортмағыҙ, сөнки Мин һеҙгә ғаммондар еренән биләмәгә бер ни ҙә бирмәйәсәкмен. Мин был ерҙәрҙе Лут нәҫелдәренә милек итеп бирҙем».