Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 12:7 - Изге Яҙма

7-8 Йушағ һәм исраилдар Иордандың көнбайышындағы батшаларҙы – Ливан үҙәнендәге Бәғел-Ғадтан башлап Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауына тиклем йәйелгән ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте. Йушағ хитти, әмөри, ҡәнғәни, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр йәшәгән ерҙәрҙе, Шефеланы, көнбайыштағы тау итәктәрен, Ғарава тигеҙлеген, тау битләүҙәрен, сүллекте һәм Негевты Исраил ырыуҙарына биләмәгә бүлеп бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 12:7
16 Referencias Cruzadas  

Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауынан алып Ливан үҙәнендәге Хермон тауы итәгендә ултырған Бәғел-Ғадҡа тиклемге бөтә ерҙәрҙе баҫып алды. Йушағ был ерҙәрҙең бөтә батшаларын ҡулға төшөрҙө һәм үлемгә дусар итте.


Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.


Был ваҡиғалар тураһында ишетеп, Иордандан көнбайыштағы таулы урындарҙа, Шефелала һәм Бөйөк диңгеҙ яры буйлап Ливанға тиклем һуҙылған ерҙәрҙә йәшәгән хитти, әмөри, ҡәнғәни, перизи, хиууи һәм йевуси батшалары


Раббының Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар, тотош Исраил халҡы ҡоро ерҙән аръяҡҡа сығып бөткәнсе, ҡороған йылғаның уртаһында баҫып торҙо.


Халыҡҡа бойороҡ бир: „Сеғирҙа йәшәгән туғандарығыҙҙың, Ғаяз тоҡомдарының, ерҙәре аша үтәсәкһегеҙ. Улар һеҙҙән ҡурҡыр, тик улар менән һуғышыуҙан һаҡ булығыҙ, сөнки һеҙгә ерҙәренең табан яҫылығы тиклемен дә бирмәйәсәкмен. Мин Сеғир таулығын Ғаязға биләмә итеп биргәнмен.


Һуңынан беҙ боролдоҡ та, Раббы миңә ҡушҡанса, Ҡамышлы диңгеҙгә барған юл менән сүлгә киттек. Оҙаҡ ваҡыт Сеғир таулығы тирәһендә гиҙгәндән һуң,


Дишон тармағы, Эсәр тармағы һәм Дишан тармағы. Былар – Сеғирҙа йәшәгән хори халҡы тармаҡтары.


Ошо илдә йәшәгән хори Сеғирҙең улдары: Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана,


Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.


Яҡуп Эдом илендәге Сеғир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп,


сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте.


Исраил нәҫелен Мысырҙан сығарҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios