Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 12:1 - Изге Яҙма

1 Исраилдар Иордандан көнсығышҡа – Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем, Ғарава тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөн дә индереп, йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте һәм ул ерҙәрҙе үҙҙәренә тартып алды. Бына ул батшаларҙың исемлеге:

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 12:1
24 Referencias Cruzadas  

Шунан улар сүл аша барып, Эдом менән Моав ерҙәрен урап үттеләр һәм, Моав еренең көнсығыш сигенә килеп туҡтағас, Арнондың аръяғында туплам булып урынлаштылар. Ләкин Моав еренең сиктәренә инмәнеләр, сөнки Арнон – Моавтың сиге.


Әммә исраилдар Сихон ғәскәрен еңде һәм Арнон йылғаһынан Яббоҡ йылғаһына, Ғаммон халҡы биләмәләренең сиктәренә тиклемге ерҙәрен тартып алды, ә ғаммондарҙың сиге бик нығытылған ине.


Ул урындан китеп, Арнон йылғаһы аръяғында, әмөриҙәр сигендә, урынлаштылар. Арнон Моав менән әмөриҙәр ере араһындағы сик буйлап аға ине.


Арнон йылғаһы кисеүҙәрендә Моав ҡыҙҙары ояһынан алып ырғытылған, Асырғанып осҡан ҡошҡа оҡшаш.


Күк менән ерҙе яратҡан Раббы Фатихалаһын һеҙҙе Сиондан.


Инде хәҙер, Аллағыҙ Раббы, вәғәҙәһен үтәп, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙгә тыныс тормош биргәс, Раббы ҡоло Муса һеҙгә Иордан аръяғында биргән биләмә ерҙәрегеҙгә – үҙ сатырҙарығыҙға ҡайта алаһығыҙ.


Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауынан алып Ливан үҙәнендәге Хермон тауы итәгендә ултырған Бәғел-Ғадҡа тиклемге бөтә ерҙәрҙе баҫып алды. Йушағ был ерҙәрҙең бөтә батшаларын ҡулға төшөрҙө һәм үлемгә дусар итте.


Ул көнсығышта һәм көнбайышта ҡәнғәниҙәргә һәм таулыҡта йәшәгән әмөриҙәргә, хиттиҙәргә, перизиҙәргә, йевусиҙәргә һәм Хермон итәгендә, Миспа ерендә йәшәгән хиууиҙәргә хәбәр күндерҙе.


Был ерҙәр Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан Сийон тауына, йәғни Хермонға тиклем һуҙыла


Раббы: «Тороғоҙ, юлға сығығыҙ һәм Арнон үҙәнен үтегеҙ. Бына Мин Хешбон батшаһы әмөри Сихонды һәм уның илен ҡулығыҙға тапшырам. Уның менән һуғышып, ерҙәрен биләмә булараҡ яулай башлағыҙ.


Беҙ улар менән бергә Иордандың аръяғында биләмә алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙҙең биләмәләр – бында, Иордандың көнсығыш тарафында.


Муса Ғад менән Рәүвән улдарына, Йософ улы Менашше ырыуының яртыһына ҡалалары, тирә-яҡ ерҙәре менән бергә әмөриҙәрҙең батшаһы Сихон батшалығын, Башандың Ғоғ батшалығын бирҙе.


Менашше ырыуының икенсе яртыһына, уның менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына өлөш сығарылғайны инде – Муса уларға Иордандан көнсығышҡараҡ ер биргәйне. Раббы ҡоло Муса уларға


Ғүмеребеҙҙең көндәрен һанарға өйрәт, Шунда йөрәгебеҙ зирәклеккә эйә булыр.


Исраилдар әмөриҙәр батшаһы Сихонға: – Беҙгә үҙ ереңдән үтеп китергә рөхсәт итһәң ине, баҫыуҙарыңа ла, йөҙөм баҡсаларыңа ла тайпылмабыҙ, ҡоҙоҡтарыңдан эсмәбеҙ, ерҙәреңде үткәнсе Батша юлынан ғына барырбыҙ, – тигән үтенес менән илселәрен ебәрҙе.


Беҙ, ҡоралланып, Раббы алдында, Ҡәнғән еренә барырбыҙ, ә беҙҙең биләмәләр Иордандың был яғында булһын.


Сихон беҙгә ҡаршы һуғышмаҡ булып, Яһаста барлыҡ ғәскәре менән ҡаршыбыҙға сыҡты.


Артабан беҙ, боролоп, Башанға бара торған юл менән киттек. Башан батшаһы Ғоғ бөтә ғәскәре менән Әдрәғи ҡалаһы янында беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡты.


Бына Муса исраилдарға биргән ҡанун.


Гевер Ури улы Ғилғәдтә, әмөриҙәр батшаһы Сихондың, Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрендә идарасы булды. Йәһүҙәнең үҙендә өлкә башлығы бар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios