Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 11:8 - Изге Яҙма

8 Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 11:8
13 Referencias Cruzadas  

Ливандан алып Мисрефоҫ-Майимға тиклем тауҙарҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһен, барлыҡ сидондарҙы исраилдар алдынан Үҙем ҡыуып ебәрәм. Ерҙе йәрәбә буйынса исраилдар араһында, Мин һиңә бойорғанса, биләмә булараҡ бүл.


Ғаврон, Рехов, Хаммон һәм Ҡанаға табан дауам итә. Бөйөк Сидон ҡалаһына килеп етеп,


Был һүҙ Хадрах менән сиктәш Хамаҫ ҡалаһына, Халыҡтары үҙҙәрен аҡыллыға һанаған Тир менән Сидон ҡалаларына ла ҡағыла.


Раббы уларға, ата-бабаларына ант иткәнсә, һәр йәһәттән тыныс тормош бирҙе. Исраилдарға бер кем дә ҡаршы тора алманы – Раббы бөтә дошмандарын уларҙың ҡулына тапшырҙы.


Ул көнсығышта һәм көнбайышта ҡәнғәниҙәргә һәм таулыҡта йәшәгән әмөриҙәргә, хиттиҙәргә, перизиҙәргә, йевусиҙәргә һәм Хермон итәгендә, Миспа ерендә йәшәгән хиууиҙәргә хәбәр күндерҙе.


Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында, Караптар туҡтай торған урында. Ерҙәренең сиге һуҙылыр Сидонға ҡәҙәр.


Ҡәнғәндең улдары: баш балаһы Сидон, Хит,


Йушағ, үҙ ғәскәре менән көтмәгәндә Мером инеше янына килеп, дошмандарына һөжүм итте.


Оял, Сидон, диңгеҙ ярындағы ҡәлғә! Сөнки диңгеҙ һиңә әйтә: «Мин тулғаҡ ғазабы кисермәнем, бала тапманым, Уландар тәрбиәләмәнем, Ҡыҙҙар үҫтермәнем».


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.


Бөгөн иһә бел, Аллаң Раббы ялмап алыусы ялҡын кеүек һинән алда бара. Уларҙы ҡырып-емерәсәк, алдыңа ҡолатып һаласаҡ. Уларҙы ҡыуалаясаҡһың һәм, Раббы һиңә нисек әйткән булһа, тиҙҙән шулай юҡ итәсәкһең.


Йушағ һәм исраилдар әмөриҙәрҙе тулыһынса тиерлек ҡырып һалды. Уларҙың бик аҙҙары ғына нығытылған ҡалаларына ҡайтып һыйынды,


Улар Ғилғәдкә һәм Ҡадешҡа яҡын булған хиттиҙәр еренә барҙы; Дан-Яғанға барып, Сидонды урап сыҡты,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios