Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 11:6 - Изге Яҙма

6 Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 11:6
24 Referencias Cruzadas  

– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.


Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы.


Явеш илселәренә: – Ғилғәд Явешы халҡына, иртәгә көн ҡыҙыуына тиклем ҡотҡарыласаҡһығыҙ, тип әйтегеҙ, – тинеләр. Илселәр ҡайтып был хәбәрҙе еткергәс, Явеш халҡы шатланып китте.


Йушағ дошмандары менән Раббы ҡушҡанса эшләне – аттарының һеңерҙәрен ҡырҡты, яу арбаларын яндырҙы.


Доға һүҙҙәрен алып, Раббыға ҡайтығыҙ. Уға: «Һәр ғәйебебеҙҙе кисерә күр – Яҡшылығыбыҙҙы ҡабул ҡыл! Беҙ һиңә вәғәҙә биргәнебеҙсә, Ҡорбанға тип үгеҙҙәр салырбыҙ.


Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр!


„Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.


Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр.


Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә, Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә.


Иртәгә уларға ҡаршы сығығыҙ. Улар хәҙер Сис артылышынан килә, ә һеҙ уларҙы үҙән осонда, Йеруил сүле алдында, тап итерһегеҙ.


Йушағ халыҡҡа бойорҙо: – Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, сөнки Раббы иртәгә һеҙҙең алда мөғжизәләр ҡыласаҡ.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


Ғәскәрҙәрен бергә туплап, исраилдар менән алышырға әҙер булып, улар Мером инеше янына туплам ҡорҙо.


Йушағ, үҙ ғәскәре менән көтмәгәндә Мером инеше янына килеп, дошмандарына һөжүм итте.


Шул төндө Раббы Гидғонға: – Бар, мидйәндәр тупламына һөжүм ит. Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. –


Шул ваҡытта Исраил халҡы ҡалаларҙан сығып усаҡ яғыр, ҡоралдарҙы, ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарҙы, йәйәләрҙе һәм уҡтарҙы, суҡмарҙарҙы һәм һөңгөләрҙе яндырыр. Ете йыл буйы яндырасаҡтар уларҙы.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Яу арбаларыңды яндырам – төтөнгә әйләнерҙәр; Һинең йәш арыҫландарыңды ҡылыс тураҡлар, Ерҙә йыртҡыслығыңа сик ҡуям, Илселәреңдең тауышы тынып ҡалыр!»


– Ҡурҡма, беҙҙең менән булғандар уларҙыҡына ҡарағанда күберәк, – тине Ильясиғин.


Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios