5 Ғәскәрҙәрен бергә туплап, исраилдар менән алышырға әҙер булып, улар Мером инеше янына туплам ҡорҙо.
Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.
Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ! Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ! Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ!
Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән.
Бөтә был батшалар, диңгеҙ ҡомо һымаҡ күп һанлы яугирҙәре, бихисап аттары һәм яу арбалары – олоғара ғәскәре менән яуға күтәрелде.
Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине.
Йушағҡа һәм Исраилға ҡаршы бергәләп һуғышырға һүҙ ҡуйышты.
Үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен аңлағас, арами ғәскәре бергә тупланды.
Ҡолағымды хикмәткә борормон, Лира уйнап йомаҡ серен асырмын.