Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 11:11 - Изге Яҙма

11 Исраилдар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Һуңынан улар Хасорҙы яндырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 11:11
6 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.


Ә Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙәрҙәге ҡәүемдәрҙең ҡалаларында иһә бер йән эйәһен дә ҡалдырма.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.


Ә мал-тыуарҙы һәм ҡалаларҙа яуланған табышты үҙебеҙгә алдыҡ.


Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ.


Йушағ тарафынан Йерихоны байҡап ҡайтырға ебәрелгән кешеләрҙе йәшереп ҡалдырған өсөн, Йушағ фәхишә ҡатын Рахавты һәм уның ғаиләһен һәм бөтә туғандарын иҫән ҡалдырҙы. Рахавтың нәҫел-нәсәбе әле лә исраилдар араһында йәшәй.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios