Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 10:6 - Изге Яҙма

6 Ғивғон халҡы Гилгалда туплам булып торған Йушағҡа: «Беҙ ҡолдарыңды ҡалдырма. Ярҙамға ашыҡ, ҡотҡар беҙҙе! Был тауҙарҙа хакимлыҡ иткән әмөри батшалары күмәкләп беҙгә ҡаршы күтәрелде», – тип хәбәр ебәрҙе.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 10:6
14 Referencias Cruzadas  

Улар Йушағ янына, уның Гилгалдағы тупламына ошо рәүешле килделәр ҙә Йушағ менән исраилдарға: – Беҙ йыраҡ илдән килдек, – тинеләр. – Беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ.


Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.


Күп тә үтмәне, Мәрйәм ашығыс рәүештә таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалаға китте.


Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!


Ауыҙыбыҙ шатлыҡтан йырылды, Телебеҙҙән ҡыуаныс ауаздары түгелде. Шунда башҡа ҡәүемдәр бер-береһенә әйтте: «Раббы уларға бөйөк эш ҡылды!»


Ишәкте эйәрләп менде лә хеҙмәтсегә: – Ҡыуала, мин һиңә әйтмәй тороп, яйлама, – тине.


Ғанаҡтың атаһы Арбағтың Йәһүҙә тауҙарында урынлашҡан Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһын тирә-яғындағы көтөүлектәре менән левиҙәргә бирҙеләр.


Йушағ, ғивғондар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшөп, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға вәғәҙә бирҙе. Исраил йәмғиәте башлыҡтары ант итте.


Мин, ырыуҙарығыҙҙан аҡыллы һәм абруйлы ирҙәрҙе алып, уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуйҙым, мең башы, йөҙ башы, илле башы, ун башы билдәләнем, һәр ырыуға етәкселәр тәғәйенләнем.


Әммә унда йәшәгән халыҡ көслө, ҡалалары ла ҙур, бик нығытылған. Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек.


Биш әмөри батшаһы – Йәрүсәлим, Хеврон, Ярмуҫ, Лахиш һәм Ғәғлон батшалары – бөтә ғәскәрҙәрен йыйып килделәр ҙә Ғивғондың ҡаршыһында туплам булып урынлаштылар, шунан бер булып һөжүм иттеләр.


Йушағ үҙенең бөтә ғәскәре, ҡыйыу яугирҙәре менән Гилгалдан сыҡты.


– Беҙ һинең ҡолдарың, – тине ғивғондар Йушағҡа. – Һеҙ кем һәм ҡайҙан килдегеҙ? – тип һораны Йушағ уларҙан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios