Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 10:5 - Изге Яҙма

5 Биш әмөри батшаһы – Йәрүсәлим, Хеврон, Ярмуҫ, Лахиш һәм Ғәғлон батшалары – бөтә ғәскәрҙәрен йыйып килделәр ҙә Ғивғондың ҡаршыһында туплам булып урынлаштылар, шунан бер булып һөжүм иттеләр.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 10:5
8 Referencias Cruzadas  

Ғивғон халҡы Гилгалда туплам булып торған Йушағҡа: «Беҙ ҡолдарыңды ҡалдырма. Ярҙамға ашыҡ, ҡотҡар беҙҙе! Был тауҙарҙа хакимлыҡ иткән әмөри батшалары күмәкләп беҙгә ҡаршы күтәрелде», – тип хәбәр ебәрҙе.


Әммә унда йәшәгән халыҡ көслө, ҡалалары ла ҙур, бик нығытылған. Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек.


Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.


Биш әмөри батшаһы ҡасып, Маҡҡыда эргәһендәге мәмерйәгә йәшенде.


Ғәҡрондан Ғаҫҡа тиклем пелештиҙәр ҡулы аҫтында булған ҡалалар Исраилға кире ҡайтарылды. Исраил уларҙың тирә-яғындағы ерҙәрҙе лә пелештиҙәрҙән азат итте. Исраил менән әмөриҙәр араһында ла тыныслыҡ урынлашты.


Был ваҡытта Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең бирелмәй ҡалған ҡалалары Лахиш менән Ғазыҡаға ҡаршы һуғыша ине. Йәһүҙәнең нығытмалы ҡалаларынан бары улар ғына тороп ҡалғайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios