41 Йушағ Ҡадеш-Барнеағтан Газаға тиклем, һәм бөтә Гошен өлкәһе буйлап, Ғивғондың иң сигенә тиклем яулап алды.
Шулай итеп, Йушағ бөтә илде: таулы урындарҙы, тотош Негевты, бөтә Гошен өлкәһен, Шефеланы, Ғарава тигеҙлеген, шулай уҡ Исраил тауҙарын һәм тау итәктәрен –
Гошен, Холон и Гило – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун бер ҡала.
Ул һеҙгә Ҡадеш-Барнеағта: «Барығыҙ, Мин һеҙгә биргән ерҙе барып алығыҙ», – тип ҡушҡанда ла Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. Уға ышанманығыҙ, әйткәндәренә ҡолаҡ һалманығыҙ.
Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.
Раббының бер фәрештәһе Филиппусҡа: – Йыйын да көньяҡҡа, Йәрүсәлимдән Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине.
Быны күреп Ашҡылондың ҡото осор; Газа ла ҡалтырап төшөр; Ғәҡрон ҡурҡыр, сөнки өмөтө аҡланмаҫ; Газа батшаһыҙ ҡалыр; Ашҡылонды бер кем төйәк итмәҫ.
Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.
Пелештиҙәр Раббыға ғәйеп ҡорбаны булараҡ ебәргән алтындан яһалған оро һындарының береһе – Ашдод, береһе – Газа, береһе – Ашҡылон, береһе – Ғаҫ һәм береһе – Ғәҡрон ҡалаһы өсөн ине.
Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе.
Бер көндө Шимшон Газа ҡалаһына барҙы һәм, бер фәхишә ҡатынды күреп, уға инде.
Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине.
Адони-Садиҡ үҙе лә, халҡы ла ҡурҡыуға ҡалды, сөнки Ғивғон ҙур ҡала – ҡайһы бер батшалыҡтарҙың баш ҡалаһынан ҡайтыш түгел, хатта Ғайҙан ҙурыраҡ та, ә уның кешеләре – ҡыйыу яугирҙәр ине.
Унан көньяҡҡа Ғаҡраббим тарлауығына тартылыр һәм Цин аша үтер, унан көньяҡтан Ҡадеш-Барнеағҡа табан сығыр, шунан Хасар-Аддарға тартылыр һәм Ғасмон аша үтер.
Мин Ҡадеш-Барнеағтан шул ерҙәрҙе ҡарарға тип атайҙарығыҙҙы ебәргәс, улар ҙа шулай иткәйне:
Ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡырҡ көндән ҡайтып килделәр.
Шунан беҙ, Аллабыҙ Раббы бойороғо буйынса, Хоревтан киттек. Әмөриҙәрҙең таулы иленә барышлай, инде үҙегеҙ күргән мөһабәт һәм ҡурҡыныс сүлде үтеп, Ҡадеш-Барнеағҡа килеп еттек.
Ә ғаууиҙар Газаға тиклемге ауылдарҙа йәшәй ине, әммә Кафторҙан сыҡҡан кафториҙар уларҙы ҡырып бөтөп, урындарына үҙҙәре ултырҙы.
Исраилдар йәшәгән ерҙәрҙә бөтә ғанаҡтар ҡырылып бөттө, улар бары тик Газала, Ғаҫта һәм Ашдодта ғына иҫән ҡалды.