Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 10:4 - Изге Яҙма

4 «Йушағ һәм исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшкән өсөн, килеп миңә ғивғондарҙы тар-мар итергә ярҙамлашығыҙ», – тип әйтергә ҡушты.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 10:4
15 Referencias Cruzadas  

Йушағ, ғивғондар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшөп, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға вәғәҙә бирҙе. Исраил йәмғиәте башлыҡтары ант итте.


Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Йушағтың Ғайҙы баҫып алғанын, харам ҡылып уны тотош юҡ иткәнен, Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ғай һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләгәнен, Ғивғон кешеләренең исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгәнен һәм улар араһында йәшәгәнен ишетте.


Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.


Шуға күрә мәжүсиҙәр, һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға сәйерһенеп, һеҙҙе яманлай.


Эй Аллаға хыянат итеүселәр, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.


Әйткәндәй, Ғайса Мәсихтә тормош алып барырға, Аллаға ихлас табынып йәшәргә теләгәндәрҙең бөтәһе лә эҙәрлекләнер.


– Исраилдар, ярҙам итегеҙ! Үҙенең өйрәтеүҙәре менән бөтөн ерҙә халҡыбыҙға, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы ҡуйған кеше – ошо. Етмәһә, мәжүсиҙәрҙе Алла йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте! – тип ҡысҡырҙылар.


Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнде.


Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Биш әмөри батшаһы – Йәрүсәлим, Хеврон, Ярмуҫ, Лахиш һәм Ғәғлон батшалары – бөтә ғәскәрҙәрен йыйып килделәр ҙә Ғивғондың ҡаршыһында туплам булып урынлаштылар, шунан бер булып һөжүм иттеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios