12 Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине.
Атҡан уҡтарыңдың яҡтыһынан, Ялтлап киткән һөңгөләрең балҡыуынан Ҡояш һәм ай торлағында туҡтап ҡалды.
байып барған ҡояштың Ахаз төҙөгән баҫҡыстан түбәнгә төшөп барған күләгәһен ун баҫҡысҡа кире сигендерәм“». Шунда ҡояш байып барған еренән кире боролоп, уның күләгәһе ун баҫҡысҡа кире сигенде.
Һинең ҡояшың байымаҫ, айың йәшеренмәҫ, Сөнки Раббы Үҙе һинең мәңгелек нурың буласаҡ, Йәшле көндәрең шулай тамам булыр.
Сөнки Раббы Перасим тауындағылай ҡалҡыр, Ғивғон үҙәнендәге шикелле ярһыр. Ул Үҙ эшен, сәйер эшен тормошҡа ашырыр, Уның ғәмәле хайран ҡалдырыр.
Бөтә саҙаҡаларыңды иҫкә алһын, Тотош яндырыу ҡорбандарыңды ҡабул ҡылһын! Села
Ҡояш шып туҡтаны, ай урынынан ҡуҙғалманы – халыҡ дошмандарынан үс алғансы шулай булды. Был хаҡта «Яшар» китабында яҙылған. Ҡояш күк уртаһында туҡтаны ла көнө буйы байырға ашыҡманы.
Ҡояш менән ай, Уны маҡтағыҙ! Данлағыҙ Уны, балҡыу йондоҙҙар!
Ул бойорһа, ҡояш ҡалҡмаҫ, Йондоҙҙарҙың яҡтыһын ҡаплап, мөһөрләр.
Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.
Шымығыҙ барығыҙ ҙа Раббы алдында! Раббы Үҙенең мөҡәддәс торлағынан ҡалҡа!
Ә Раббы – Үҙенең изге ҡорамында. Уның алдында бөтә ер йөҙө тын ҡалһын!
Шағалаббин, Айялон, Итла,
бойороҡтарына ҡаршы килеп, башҡа илаһтарға хеҙмәт итһә, уларға, ҡояшҡа, айға йәки башҡа күк есемдәренә табына башлаһа,
Шул сағында, – тип белдерә Раббы Хаким, – Төш мәлендә ҡояшты байытам, Яҡты көндө төнгә әйләндерәм.
Элон, вафат булғандан һуң, Зевулун ерендә, Айялонда ерләнде.
Күктән йондоҙҙар ҙа һуғышты, Үҙ юлдарында йөрөп, Сисера менән көрәште!
Был көндө исраилдар пелештиҙәрҙе Михмастан алып Айялонға ҡәҙәр ҡырҙы һәм һуғышсылар тамам хәлдән тайҙы.
Бер ваҡыт Нер улы Авнер менән Шаул улы Иш-Бошеҫтың хеҙмәтселәре Маханаимдан Ғивғонға барҙы.
Ишағыяһ Раббыға ялбарҙы һәм Раббы Ахаз баҫҡысы буйлап төшөп барған күләгәне ун баҫҡысҡа кире сигендерҙе.
Шул уҡ йылдың бишенсе айында, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының башында, дүртенсе йылында, Ғивғондан Ғаззур улы Хананъяһ пәйғәмбәр Раббы йортонда ҡаһиндар һәм бөтә халыҡ алдында миңә былай тине:
Ә Мин Исраил хаҡына Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым.
Айялон һәм Ғаҫ-Риммон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала алды.
Шемуил Раббыға мөрәжәғәт итте һәм Раббы ул көндө күк күкрәтеп ямғыр яуҙырҙы. Бөтә халыҡ Раббынан да, Шемуилдан да бик ҡурҡты.
– Раббының әйткән һүҙен бойомға ашырасағына билдә шул булыр, – тип яуапланы Ишағыяһ. – Күләгә ун баҫҡысҡа алғараҡ үтһенме, әллә ун баҫҡысҡа кире сигенһенме?
– Күләгәнең ун баҫҡысҡа алға үтеүе тәбиғи, – тине Хизкияһ. – Ун баҫҡысҡа кире сигенһен әйҙә.
шулай уҡ Бериға һәм Шемағ. Был икәүһе Айялонда йәшәгән нәҫелдәрҙең башлығы була. Улар Ғаҫ халҡын ҡыуып ебәрә.
Сорға, Айялон һәм Хевронды – Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарына ҡараған ҡалаларҙың барсаһын нығыттыра.