Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 10:11 - Изге Яҙма

11 Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 10:11
17 Referencias Cruzadas  

Бына, бөйөк Хакимдың көслө бер баһадиры бар. Ул боҙло ҡойон, һәләкәтле ғәрәсәт кеүек, Бар нәмәне йыуып алып киткән ташҡын һымаҡ килер. Үҙ ҡулдары менән ул Әфраимды ергә ҡолатыр.


Күктән йондоҙҙар ҙа һуғышты, Үҙ юлдарында йөрөп, Сисера менән көрәште!


күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.


Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.


Диуарҙы аҡлаусыларға әйт, ул ҡолаясаҡ. Ҡойма ямғыр булыр, таш һымаҡ боҙ яуыр, ғәрәсәтле ел диуарға ҡаршы иҫер.


Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр, Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында, Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер.


Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,


Ҡар һаҡланған келәттәргә ингәнең, Боҙ келәттәрен күргәнең бармы?


Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».


Алыш бөтә тирә-яҡҡа йәйелде һәм ул көндә халыҡ ҡылыстан үлгәнгә ҡарағанда, күберәк урман шырлығында һәләк булды.


Мин уларҙы ауыр замандар өсөн, Һуғыш һәм алыш көндәренә һаҡлайым.


Сөнки Раббы Перасим тауындағылай ҡалҡыр, Ғивғон үҙәнендәге шикелле ярһыр. Ул Үҙ эшен, сәйер эшен тормошҡа ашырыр, Уның ғәмәле хайран ҡалдырыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios