Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 10:10 - Изге Яҙма

10 Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 10:10
29 Referencias Cruzadas  

Белә-күрә гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡла, Улар миңә хаким була алмаһын! Шул сағында мин камил булырмын, Ҙур гонаһтарҙан азат ҡалырмын.


Әфраим ырыуына нәҫелдәренә күрә эләккән ер биләмәләре бына ошо: сик һыҙығы көнсығышта Ғатароҫ-Аддарҙан башлана һәм, Үрге Бейт-Хоронға етеп,


унан һуң көнбайышҡа яфлетиҙәр еренә, Түбәнге Бейт-Хоронға һәм Гәзәргә тиклем төшә лә диңгеҙгә барып терәлә.


Сөнки Раббы Перасим тауындағылай ҡалҡыр, Ғивғон үҙәнендәге шикелле ярһыр. Ул Үҙ эшен, сәйер эшен тормошҡа ашырыр, Уның ғәмәле хайран ҡалдырыр.


Бараҡ һөжүм иткәс, Раббы Сисераға, яу арбаларындағы һуғышсыларға, бөтә яугирҙәргә дәһшәт һалды. Сисера, яу арбаһынан төшә һалып, йәйәү ҡасып ҡотолдо.


Ярмуҫ, Ғадуллам, Сохо, Ғазыҡа,


Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде.


Был ваҡытта Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең бирелмәй ҡалған ҡалалары Лахиш менән Ғазыҡаға ҡаршы һуғыша ине. Йәһүҙәнең нығытмалы ҡалаларынан бары улар ғына тороп ҡалғайны.


Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.


Раббы Аса менән йәһүҙиҙәрҙең күҙе алдында куштарҙы тар-мар итә. Куштар ҡаса башлай.


икенсеһе Бейт-Хоронға табан йүнәлде, өсөнсөһө сүлгә, Севоим үҙәненә ҡараған юл буйлап сик яғына китте.


Ҡивсаим һәм Бейт-Хорон ҡалаларын, барлығы дүрт ҡала алды.


Гедероҫ, Бейт-Дагон, Нағама һәм Маҡҡыда – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун алты ҡала.


Маҡҡыда батшаһы, Бейт-Ил батшаһы,


Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.


Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы һеҙҙең ҡулға тапшырыр – улар юҡҡа сығып бөткәнсе, был халыҡтарға Ул ҡурҡыу һалып торор.


Йушағ, төнө буйы юлда булып, дошмандар алдына көтмәгәндә килеп сыҡты.


Пелештиҙәр, һуғыш асмаҡ булып, ғәскәр йыйҙы һәм Йәһүҙәнең Сохо ҡалаһында тупланды. Улар Сохо менән Ғазыҡа араһындағы Әфәс-Даммимда туплам ҡорҙо.


Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.


Сөләймән Гәзәрҙе лә ҡайтанан төҙөнө. Түбәнге Бейт-Хоронды,


Әммә минең доғам бары Һиңә, Раббы! Эй Алла, мине хуш күргән мәлдә Сикһеҙ һөйөүеңә күрә яуап ҡайтар, Ышаныслы Ҡотҡарыусы бул Һин миңә!


Бараҡ дошмандың яу арбаларын һәм ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимғаса баҫтырҙы. Сисераның бөтә яугирҙәре ҡылыстан үткәрелде, бер кешеһе лә ҡалманы.


Күктән йондоҙҙар ҙа һуғышты, Үҙ юлдарында йөрөп, Сисера менән көрәште!


Ул арала Амасъяһ үҙе менән алмайынса кире бороп ҡайтарған ғәскәр Самариянан Бейт-Хоронға тиклем арала Йәһүҙә ҡалаларына һөжүм итә, өс мең кешене үлтерә, бик күп мөлкәт талап ала.


Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр, Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында, Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер.


Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios