7 Ныҡ бул, бик ҡыйыу бул. Ҡолом Муса һиңә тапшырған ҡанунды теүәл үтә. Ошо ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылма – шул саҡта һиңә һәр тарафта уңыш юлдаш булыр.
Раббының Муса аша Исраилға биргән ҡағиҙә һәм ҡарар-ҡанундарын еренә еткереп үтәһәң, бар эшең уң булыр. Ныҡ бул, ҡыйыу бул, ҡурҡма, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә!
Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.
Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр.
Уңға ла, һулға ла тайпылма, аяғыңды яманлыҡтан йыраҡ йөрөт.
Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға нисек бойорған булһа, Муса ла Йушағҡа шулай ҡушҡайны – Йушағ, Раббы Мусаға бойорғандарҙан һис кенә лә тайпылмайынса, барыһын да ғәмәлгә ашырҙы.
Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.
Муса Йушағты саҡырып алды ла бөтә Исраилдың күҙ алдында: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин халыҡты Раббы уларҙың ата-бабаларына нәҙер иткән ергә алып бараһың, – тине. – Ул ерҙе һин халыҡҡа өлөшләп бүлеп бирерһең.
Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ.
Бөгөн һеҙгә белдергән бойороҡтарҙан ситкә тайпылмағыҙ, уңға ла, һулға ла боролмағыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәреп, уларға хеҙмәт итмәгеҙ.
Мин тоғролоҡ юлынан, ғәҙеллек эҙҙәренән йөрөйөм,
Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.
Ҡулын уның башына һалды, үҙенә Раббы бойорғанса, уға етәкселекте тапшырҙы.
Раббы ҡоло Муса үлгәндән һуң, Раббы уның ярҙамсыһы Нун улы Йушағҡа былай тине:
Шулай итеп, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарҙы үтәгеҙ. Шул саҡта ғына көслө булырһығыҙ, инергә йыйынған ерҙе яулап алырһығыҙ һәм
Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.
Ләкин һеҙ Мусаның ҡанун китабында яҙылғандың бөтәһен дә теүәл һаҡларға һәм үтәргә, был ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫҡа тейешһегеҙ.
– Инде мин һәр кемде көткән юлға китермен. Ә һин, улым, ныҡ бул, һәр саҡ ир булып ҡал.
Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.
Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ. Беләктәрегеҙ талмаһын, сөнки ҡылған ғәмәлдәрегеҙ әжерһеҙ ҡалмаясаҡ.
– Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны Раббы. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа һис кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше.
Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем.
Мин һеҙгә бирәсәк әмерҙәргә бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Аллағыҙ Раббының минең аша белдергән бойороҡтарын үтәгеҙ.
Уларҙың ерен алдыҡ та, биләмә итеп, Рәүвән менән Ғад ырыуына һәм Менашше ырыуының яртыһына бирҙек.
Алланан ҡурҡырға өйрәткән Зәкәрьяһ иҫән саҡта, Ғуззияһ Аллаға ынтылып йәшәй. Ғуззияһ Раббыға ынтылған дәүерҙә, Алла уның тормошон уңышлы итә.