Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 1:18 - Изге Яҙма

18 Нимә генә ҡушма, үтәрбеҙ, һине тыңламаған һәм бойороғоңа буйһонмаған һәр кем үлемгә дусар булыр. Бары үҙең генә ныҡ һәм ҡыйыу бул!

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 1:18
14 Referencias Cruzadas  

Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.


Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.


Әйҙә, тор, сөнки был эш өсөн һин яуаплы булырһың, беҙ ҙә һинең менән! Ныҡ бул, эшкә тотон!


Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Бынан һуң халыҡ Шемуилға: – «Шаулғамы һуң беҙгә батшалыҡ итергә?» – тип кемдәр әйтте? Килтерегеҙ уларҙы, үлтерәбеҙ, – тине.


Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.


Әгәр ҙә берәйһе үҙен тәкәббер тотоп, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында хеҙмәт иткән ҡаһинды йәки хөкөмдарҙы тыңламай икән, ул кеше үлтерелергә тейеш. Исраилда яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла.


Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын.


Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios