Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 1:16 - Изге Яҙма

16 Улар Йушағҡа былай тине: – Һин ҡушҡандың бөтәһен дә үтәрбеҙ. Һин ҡайҙа бойорһаң, шунда барырбыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 1:16
10 Referencias Cruzadas  

Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор,


Һин Аллабыҙ Раббының янына барып Уның һөйләгәнен тыңла ла беҙгә еткер. Беҙ иһә тыңларбыҙ ҙа үтәрбеҙ».


Ғад менән Рәүвән улдары Мусаға былай тине: – Хакимыбыҙ нисек бойорһа, беҙ ҡолдарың шуны үтәр.


Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын.


Ғад менән Рәүвән улдары былай тип яуап бирҙе: – Раббы һинең ҡолдарыңа ни тип бойорған, беҙ шуны эшләрбеҙ.


Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.


Әйҙә, тор, сөнки был эш өсөн һин яуаплы булырһың, беҙ ҙә һинең менән! Ныҡ бул, эшкә тотон!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios