Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 1:14 - Изге Яҙма

14-15 Әлегә һеҙҙең ҡатындарығыҙ, бала-сағағыҙ һәм мал-тыуарығыҙ ошонда, Иордан йылғаһының биръяғында, Муса һеҙгә биргән ерҙә ҡалһын, ә һеҙ, яугирҙәр, ҡоралланып, ҡәрҙәштәрегеҙ алдынан барығыҙ. Раббы һеҙгә биргән шикелле, уларға ла тыныс тормош биргәнсе, уларға булышығыҙ. Улар Аллағыҙ Раббы биргән ерҙе яулап алғас, һеҙ әйләнеп ҡайтырһығыҙ һәм Иордандың көнсығышында Раббы ҡоло Муса һеҙгә биләмә итеп биргән ерҙе төйәк итерһегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 1:14
9 Referencias Cruzadas  

Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхешлегенең ерәнгеслеге һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны.


Шунан тағы: «Арағыҙҙа ҡурҡҡан һәм ғәйрәтен юғалтҡандар бармы? Өйөнә ҡайтһын, уға ҡарап, ҡәрҙәштәренең дә күңеленә ҡурҡыу төшмәһен», – тип әйтерҙәр.


Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы.


Балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, көтөүҙәребеҙ һәм бөтә мал-тыуарыбыҙ Ғилғәд ҡалаларында ҡалыр.


Мин һеҙгә биргән ҡалаларҙа бары тик ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ һәм малдарығыҙ ғына – беләм, малдарығыҙ ишле – ҡалһын.


– Раббы ҡоло Мусаның һеҙгә бойороҡ биреп әйткән һүҙҙәре иҫегеҙҙәме? Ул һеҙгә: «Аллағыҙ Раббы һеҙгә тыныс тормош бүләк итә һәм ошо ерҙәрҙе бирҙе», – тип әйткәйне.


Ул үҙенә иң яҡшы ерҙе һайланы, Уға етәксенең өлөшө бирелде, Халыҡ башлыҡтары йыйылғас, Раббының хаҡ хөкөмөн, Исраил хаҡындағы ҡарарҙарын Еренә еткереп ул үтәне.


Муса ҡушҡанса, Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, шулай уҡ Менашше ырыуының яртыһы хәрби саф булып Исраил халҡының тәүге рәтендә барҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios