Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 8:7 - Изге Яҙма

7 Таҙарындырыу тәртибе былай булыр: өҫтәренә таҙарыныу һыуы һирп, тәндәренең бөтә ерен бәке менән ҡырһындар, кейемдәрен йыуһындар – таҙа булырҙар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Таҙарындырыу тәртибе былай булыр: өҫтәренә таҙарыныу һыуы һирп, тәндәренең бөтә ерен бәке менән ҡырһындар, кейемдәрен йыуһындар – таҙа булырҙар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Таҙарындырыу тәртибе былай булыр: өҫтәренә таҙарыныу һыуы һирп, тәндәренең бөтә ерен бәке менән ҡырһындар, кейемдәрен йыуһындар – таҙа булырҙар.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 8:7
24 Referencias Cruzadas  

Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.


Шунан Һарун менән улдарын алға сығарып, уларҙы һыу менән йыуындырҙы.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә һирпелеп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән,


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».


Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села


Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.


Барлыҡ кейем-һалымығыҙҙы, күндән, кәзә дебетенән булған, ағастан яһалған барлыҡ әйберҙәрегеҙҙе таҙартығыҙ.


Уларҙы яндырған кеше кейемен һәм тәнен йыуырға тейеш, шунан һуң ул тупламға инә ала.


Уларға ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр. Был кеше кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр.


Ағынтылы әҙәмдең урынына ултырған кеше лә кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.


Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,


Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.


Левиҙәр таҙарынды, кейем-һалымын йыуҙы. Һарун уларҙы алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ бағышланы, уларҙы таҙарындырыу өсөн пакландырыу йолаһын башҡарҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios