Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 8:6 - Изге Яҙма

6 – Исраилдар араһынан левиҙәрҙе ал да уларҙы таҙарындыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 – Исраилдар араһынан левиҙәрҙе ал да уларҙы таҙарындыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 – Исраилдар араһынан левиҙәрҙе ал да уларҙы таҙарындыр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 8:6
10 Referencias Cruzadas  

Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!


Муса халыҡҡа былай тине: – Иртәнән һуңға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ.


– Леви ырыуын килтер ҙә Һарун ҡаһин алдына баҫтыр – уға ярҙам итһендәр.


Раббы Мусаға былай тине:


Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.


Таҙарыныу йолаһын башҡарған ҡаһин таҙарынған кешене ошо әйберҙәре менән Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббы хозурына алып килһен.


Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.


Ул көмөш иретеп таҙартыусы һымаҡ булыр: Леви улдарын иретеп, Алтын һәм көмөш кеүек таҙартыр. Шунан улар Раббыға тоғролоҡ менән Хәйер-саҙаҡалар бирә башлар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios